+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2019, 10:45

Алты район күсмә пунктлы булды

Милли проект буш һүҙ түгел, быны көндәлек тормошта күрәбеҙ, уның емештәренән файҙаланабыҙ.

Милли проект буш һүҙ түгел, быны көндәлек тормошта күрәбеҙ, уның емештәренән файҙаланабыҙ. Бына тағы "Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса республиканың алты районы тәүге тапҡыр аҙ кеше йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.
Шулай итеп, улар тиҙҙән Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондары халҡын ҡабул итә башлаясаҡ. Мобиль ФАП-тар бөтә тейешле ҡорамалдар: электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Оҙаҡламай республика тағы шундай 15 күсмә пункт аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Читайте нас: