Көндәр бер һыуытып, бер йылытып торған мәлдә киҫкен респиратор инфекциялары менән бер рәттән, киҙеү ҙә (грипп) баш ҡалҡыта. Сирлеләр һаны айырыуса октябрь аҙаҡтары — ноябрь баштарында арта.
Хәүеф төркөмөнә элеккесә балалар, 60 йәштән ололар, иммунодефициты ҡаҡшаған кешеләр, йөклө ҡатындар, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт транспортында һәм ашхана-кафеларҙа эшләүселәр инә.
Киҙеү кеше организмы өсөн эҙһеҙ үтмәй. Йыш ҡына ул түбәндәге насар эҙемтәләргә килтерә:
- үпкә сирҙәре аҙыуы (пневмония, бронхит), киҙеү менән ауырығандан һуң башланған пневмония хатта кеше үлеменә сәбәпсе була;
- тын алыу юлдары, ишетеү органдары зарарланыуы (отит, синусит, трахеит һ. б.);
- йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеш биреүе (миокардит, перикардит);
- нервы системаһы ҡаҡшауы арҡаһында менингит, энцефалит, невралгия кеүек сирҙәргә юл асылыуы.
Киҙеү хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә лә булышлыҡ итә.
Киҙеү һәм унан һаҡланыу юлдары ябай ғына.
Йыл һайын уға ҡаршы вакцинация эшләтергә кәрәк. Бөгөн дауаханаларҙа Рәсәйҙә лә, сит илдә лә етештерелгән вакциналар бар, әле эпидемия башланмаҫ элек, йәшәү урыны буйынса поликлиникаларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Прививка киҙеүҙең тиҙ таралыуын иҫкәртә, башҡа сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә, аҙыуына юл ҡуймай. Балаларға 6 айҙан прививка эшләтергә була.
Сабый балалар менән йәмәғәт урындарында йөрөүҙе сикләргә кәрәк. Йөклө ҡатындар ҙа мотлаҡ рәүештә прививка яһатырға тейеш.
Киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн сирлеләр булған урындарҙа йөрөмәҫкә, йәмәғәт транспортында медицина маскаһы кейергә, тыштан ингән һайын ҡулды, танауҙы һабынлап йыуырға, йортто елләтеп торорға, сәләмәт тормош алып барырға кәңәш ителә.
Иң мөһиме: киҙеүҙе үҙ аллы дауалап маташмағыҙ, сир эләктереү билдәләре була ҡалһа, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!