+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноябрь 2019, 10:57

Районға күсмә ФАП килде

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә, тәүге тапҡыр республиканың алты районы кеше әҙ йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителде.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә, тәүге тапҡыр республиканың алты районы кеше әҙ йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителде. Улар араһында Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Бөрйән райондарынан тыш, беҙҙең Әбйәлил дә булыуы ҡыуаныслы. Тиҙҙән халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ ПАЗ автобусы базаһында булдырылған мобиль ФАП-тар бөтә кәрәкле ҡорамалдар: электрокардиограф, экспресс-анализатор, дефибриллятор-монитор, кардиомаркер һәм башҡалар менән йыһазландырылған. Йыл аҙағына тиклем милли проект сиктәрендә рес-публикаға тағы 15 мобиль ФАП киләсәк, тип күҙаллана.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: