+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2019, 10:52

Үҙгәрештәр буласаҡ әле

Республика медицина иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рифмир Хәсәнов, төбәк министрлығы бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре Рәсәй Һаулыҡ һаклау министрлығы үткәргән видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты.

Сара Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт сәләмәтлеге департаменты директоры урынбаҫары Кристина Сошкина етәкселегендә үтте.
Темаһы, “Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа дәртләндереү системаһын формалаштырыу буйынса федераль проектты ғәмәлгә ашырыуға арналды. Проект бик киң, ул эсенә сәләмәт туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, реабилитациялау йүнәлештәрен дә ала.
Кристина Сошкина электрон бюджет системаһының төп нескәлектәрен дә аңлатты. Киләһе йылдың башында төбәк медицина үҙәктәренең эшен көйләүсе норматив акттарға үҙгәрештәр индереләсәген иҫкәртте. ”Демография” милли проектына ярашлы йәмәғәт сәләмәтлеге үҙәктәре төҙөү буйынса ҙур эштәр планлаштырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: