«2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» маҡсатлы федераль программаһы буйынса Дәүләт ауылында өр-яңы ФАП ҡалҡып сыҡты һәм ул халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырылды. Әлеге ваҡытта рәсми рәүештә 1440 кеше теркәлгән, биҫтәләр төҙөлөшө әүҙем барған торама пунктта яңы медицина учреждениеһына ихтыяж ҙур. Проекттың дөйөм хаҡы 3,99 миллион һумға төштө.
Ҡыуаныслы тантанала ауыл халҡы һәм ФАП-ты төҙөүгә өлөш индергән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Дәүләттәрҙең шатлығы эстәренә һыймай, йыр-моң булып ағылды. Ауылдың танылған «Серҙәштәр» фольклор, «Умырзая» халыҡ вокал ансамблдәре, көн һыуыҡ тип тормай, дәртле сығыштарын бүләк итте. Ҡунаҡтарҙы буҙа һәм икмәктән ауыҙ иттереү йолаһы ла атҡарылды.
Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов урындағы халыҡ һәм район хакимиәте исеменән дәүләттәрҙең күптәнге мәсьәләһенә иғтибар итеп, уңайлы программа буйынса тиҙ арала сафҡа ингән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Халыҡты медицина хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра, тине Раян Баян улы. Быны ул хоспистан тыш айырым медпункт төҙөлөшө барған Салауат һәм тиҙҙән ФАП һалына башлаясаҡ Йәлембәт ауылдары миҫалдарында ла дәлилләне. Форсаттан файҙаланып, подряд эштәрен сифатлы һәм йылдам башҡарғандары өсөн «М» Төҙөлөш компанияһы» ЯСЙ-һына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
«Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡ-сатлы программаһына республикала етәкселек итеүсе БР Ауыл хужалығы министрлығынан вәкилдәр ҡатнашыуы байрамдың бәҫен бермә-бер арттырҙы. Ведомствоның ауыл биләмәләрен үҫтереү бүлеге начальнигы Р. С. Зәйнүков был программа буйынса федераль саралар иҫәбенә Әбйәлилдә дүртенсе ФАП сафҡа инеүен билдәләне.
— Программа республикала уңышлы бойомға ашырыла. Уның ярҙамы менән ауыл биләмәләре, ысынлап та, тотороҡло үҫешә: дөйөм практика табибы офистары йәки ФАП-тар төҙөлә, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡорола, шәхси төҙөлөштәр йәнләнә. Әйтергә кәрәк, ағымдағы йылда Әбйәлил районынан 25 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам алды. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 5-6 ғаиләгә сертификат тапшырыу күҙаллана, — тине Рәфис Сәхәбитдин улы. — Бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған заманса, йылы, яҡты һәм иркен фельдшер-акушерлыҡ пункты Дәүләт ауылы халҡының сәләмәтлек һағында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Ә шулай ҙа кешеләрҙең был ишекте профилактик маҡсатта ғына асыуҙарын теләр инем. Ауырымағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғына — Белорет ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Ф. Ф. Латипов, төҙөлөш эштәрен башҡарған «М» Төҙөлөш компанияһы»ның баш инженеры А. П. Понамарев ихлас, изге теләктәрен юлланы. Александр Петрович тантаналы шарттарҙа асҡыстар бәйләмен ФАП мөдире З. Ә. Бижановаға тапшырҙы. Райондың баш табибы И. Р. Килдейәров ауылдаштарын ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан тәбрикләне. Дәүләт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф. М. Искәнйәров ауылда демографик үҫеш яҡшырһын, тигән теләген еткерҙе. Имам Садиҡ Ғибәҙәтов аят бағышлап, фатихаһын бирҙе.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән иҫке бинала оҙаҡ йылдар эшләп, яңыһын оло түҙемлек менән көтөп алған, халыҡ сәләмәтлеге һағында 45 йыл хеҙмәт иткән ФАП мөдире Зәһинә Бижанова хеҙмәттәштәре — 22 йыллыҡ стажға эйә акушер Гөлфиә Талхина һәм санитарка Гәүһәр Фәйзуллина исеменән ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Традицион ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, тантанала ҡатнашыусылар яңы бинаға уҙҙы. Уңайлы итеп бүленгән, яңы медицина ҡорамалдары һәм кәрәкле мебель менән йыһазландырылған фельдшерҙың ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар, прививкалар, процедуралар яһау өсөн айырым кабинеттарҙы диҡҡәт менән ҡарап сыҡҡан дәүләттәр ҡәнәғәт ҡалды. Бинаның электр менән йылытыусы ҡаҙанлығы һәм санузел бүлмәһе лә халыҡ иғтибарынан һәм баһаһынан ситтә ҡалманы.