Белорет үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса компьютер томографына эйә булды. Яңы аппаратта тикшеренеүҙәр башланған да инде.
- Яңылыҡ өр-яңы мөмкинлектәр аса. Программа баш мейеһендәге ҡан тамырҙарының тромбтар менән тығылыу урынын асыҡлай ала, - ти дауахананың баш табибы Евгений Кустов. - Шулай уҡ һүрәттәр сифаты яҡшырҙы, тикшереү ваҡытының ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһәндә нурланыш кимәле кәмене.
Компьютер томографы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияһын аныҡ асыҡларға булышлыҡ итә. ”Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” проекты ярҙамында төбәктәге ике ҡан тамырҙары үҙәге һәм бер тәүге ҡан тамырҙары бүлексәһе медицина ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Бында һүҙ баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы, 13-сө клиник ҡала дауаханалары һәм Белорет үҙәк район дауаханаһы тураһында бара.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы