-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Ноябрь 2019, 12:24

Табиптар ауылдарға сыға

Үҙәк район дауаханаһы табиптары ауылдарға барып күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә.

Үҙәк район дауаханаһы табиптары ауылдарға барып күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә. Быға тиклем белгестәр Байым, Хәлил ауылдары халҡын ҡараһа, сираттағы табиптар «десанты» Урал участка дауаханаһына килде.

Баш табип Илгиз Килдейәров менән район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров иң тәүҙә урындағы дауахананы ҡарап сыҡты. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауыл халҡына ғына түгел, Хәлил яҡтарына ла медицина хеҙмәттәре күрһәткән Урал участка дауаханаһы ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Ике йыл элек капиталь ремонт үткән дауаханала йылы, яҡты, уңайлы. Стационарҙа ун урын бер ҡасан да буш тормай тиерлек. Илгиз Рәсүл улы дауаланаусылар менән аралашты, хәлдәрен һорашты. Сирлеләр бындағы шарттар менән ҡәнәғәт булыуҙарын әйтте, медицина хеҙмәткәрҙәре иғтибарлы, яуаплы тип уларға рәхмәт белдерҙе. Урал участка дауаханаһы мөдире Аэлита Байымова табиптар етешмәүе, өс меңдән ашыу халыҡты хеҙмәтләндергән медицина учреждениеһында икешәр терапевт һәм педиатр кәрәклеге хаҡында һөйләне. Йыһаз менән дә проблема, дауахана биләмәһен ҡойма менән уратып алыу ҙа мөһим, тине Аэлита Рәшит ҡыҙы.Үҙәк дауахана табиптарына күренеп ҡалырға теләүселәр күп ине. Кардиолог З. В. Фәттәхова, оторинолоринголог Р. Р. Манапов, офтальмолог Д. Д. Зәйнуллин, онколог Р. Т. Мәһәҙиев, невролог Т. Ә. Айытбаева, педиатр Ә. И. Сабитова, акушер Р. С. Ҡужина көн дауамында бөтәһе дүрт йөҙгә яҡын кешене ҡарарға өлгөрҙө. Белгестәр консультация биреп кенә ҡалманы, дауалау курсы тәғәйенләне, тикшеренеү өсөн йүнәлтмәләр яҙҙы.

Район дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров менән район Советы депутаты Р. И. Шөғүров халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙары нигеҙҙә инвалидлыҡ юллауға ҡағылды. Операция яһатыу, ауыр сирлеләргә дауа алыуҙа ярҙам, кәңәш артынан килгәндәр булды. Урал участка дауаханаһында көндөҙгө стационар асыуҙы ла һоранылар. Ҡабул итеүгә килеүселәрҙең һорауҙары яҙып алынды, ҡайһыларына шунда уҡ аныҡ яуап ҡайтарылды.

— Ағымдағы йылдан үҙәк район дауаханаһы яңы проектты тормошҡа ашыра башланы — беҙҙең бөтә белгестәр ауылдарға сығып халыҡты ҡабул итә. Был бик уңайлы, район дауаханаһына бармайынса ғына бер көндә бөтә табиптарға күренергә мөмкин, — тине Илгиз Рәсүл улы. — Кешеләр бөтәһе лә иртәнге сәғәттәрҙә килеп, сират булмаһын өсөн алдан яҙылыу буйынса ҡабул итеү хаҡында ла уйлайбыҙ.

Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында булыуын билдәләп, баш табип кешеләр сәләмәтлектәренә иғтибарлы булһын, диспансеризацияны йыл һайын үтһен ине тигән теләк еткерҙе. Ауырыуҙы дауалағансы уны иҫкәртеү йәки иртәрәк асыҡлау яҡшыраҡ бит.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.


Читайте нас: