Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте”н был юлы Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге базаһында үткәрҙе.
Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, һаулыҡ һаҡлау буйынса граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһалды. Ноябрҙә уларҙың һаны дүрт тапҡырға тиерлек кәмегән. Төп проблемаларҙың береһе - дауаханаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Әлеге ваҡытта "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте табиптар менән - 54,5, фельдшерҙар менән 80 процентҡа тулыланған. Һөйөнөслө яңылыҡтар ҙа бар. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, санитар транспорт базаһы яңырған, барлығы 565 автомобиль иҫәпләнә. Яңыртыу процесын тамамлау өсөн йәнә 180 машина алаһы бар, 54 автомобилгә федераль һәм төбәк бюджетынан аҡса бүленгән. Автопаркты тейешле кимәлдә тотоу өсөн йыл һайын 15-20 машина һатып алырға тура киләсәк.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бөтә бригадалар ҙа планшеттар менән тәьмин ителгән. Был үҙ тәңгәлендә онлайн режимында пациент тураһында мәғлүмәт алырға, ауырыуҙы маршрутлау планын билдәләргә ярҙам итәсәк. Киләсәктә диспетчер хеҙмәте тулыһынса үҙәкләштереләсәк.
-Техниканы яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы, уңайлы хеҙмәт шарттары - быларҙың барыһы ла яҡшы, - тип билдәләне Радий Хәбиров.- Әммә табиптарға йәмғиәттең һәм дәүләттең хөрмәтен яулау тағы ла мөһимерәк. Үҙенең эшен намыҫ менән башҡарғандарға йылы һүҙҙе һәм наградаларҙы йәлләмәҫкә кәрәк.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә тәүге медицина ярҙамы, ФАП-тар төҙөү мәсьәләләре лә ҡаралды. Быйыл республикала үткән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын Радий Хәбиров юғары баһаланы. Был эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Әлбиттә, иң мөһиме – үлем кимәленең түбәнәйеүе. Тимәк, эш йүнәлеше дөрөҫ, һөҙөмтә һиҙелерлек.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.