+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ноябрь 2019, 10:25

Төпкөл ауылдарға ла ярҙам барып етер

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова килде.

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова килде. Аэропортта уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Вероника Скворцова төбәктең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эше менән танышасаҡ, “Мать и дитя” клиник госпиталендә буласаҡ.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры ҡатнашлығында медицина ойошмаларына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған туғыҙ күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт ашығыс медицина ярҙамы автомобиле тапшырыласаҡ. Был күсмә ФАПтар ауылдарҙа йәшәүселәрҙең медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу, сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау бурысын үтәйәсәк.
“ПАЗ” автобусы базаһындағы комплекс электрокардиограф, портатив кардиомаркерҙар экспресс-анализаторы, дефибриллятор, гинекологик кресло һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Күсмә ФАП өс зонаға бүленгән – медицина персоналы өсөн бүлмә, ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары. Бындай ФАПтар кеше һаны берҙән йөҙгә тиклем булған бәләкәй ауылдар өсөн тәғәйенләнгән.
Яңы күсмә ФАПтар бөгөн Бөрө, Красноусол, Кушнаренко, Мәсәғүт, Үрге Йәркәй, Туймазы, Благовещен, Раевка үҙәк район дауаханалары, Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы етәкселәренә тапшырыла. Ә санитар медицина ярҙамы машинаһы Ишембай, Бәләбәй үҙәк райондары, Октябрьский һәм Салауат ҡала дауаханаларына оҙатыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан

Читайте нас: