-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Декабрь 2019, 12:09

«Әсә һәм бала» компаниялар төркөмө юбилейын билдәләй

Госпиталь буласаҡ әсәләргә генә түгел, башҡа ғаилә ағзаларына ла медицина ярҙамы күрһәтә.

Башҡортостан Республикаһында «Әсә һәм бала» үҙәге асылыуға 10 йыл тулды. Тәүге медицина учреждениеһы — амбулатор клиника Өфөлә асылғайны. Уның һөҙөмтәле эшенә нигеҙләнеп, Башҡортостанда иң заманса, иң ҙур күп функциялы госпиталь төҙөлдө, ул 2014 йылда тантаналы рәүештә сафҡа инде.
Республикала эшләү осоронда компаниялар төркөмө халыҡ араһында абруй яуланы һәм яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтте. «Әсә һәм бала» үҙәгендә 5480 сабый тыуҙы, 6350 ЭКО процедураһы эшләнде, амбулатор ҡабул итеүҙәр 1 миллиондан ашты. Госпиталь буласаҡ әсәләргә генә түгел, башҡа ғаилә ағзаларына ла медицина ярҙамы күрһәтә.
«Әсә һәм бала» үҙәге асылғандан һуң Башҡортостан халҡы генетик диагностика, преэклампсия хәүефен иҫкәртеү, ҡан юғалтыуҙарға юл ҡуймау кеүек сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды. Яңы, сифатлы ҡорамалдар, квалификациялы белгестәр йөклө ҡатындарға МРТ үткәреүҙе лә яйға һалды.
Читайте нас: