+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2019, 11:25

Балалар өсөн прививкалар һаны артыуы бар

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында илдә балалар үлеме осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелде. Был күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар, ти Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында илдә балалар үлеме осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелде. Был күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар, ти Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова.
«Балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү» яңы федераль милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында яҡындағы биш йылда 253 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.
«Тәү сиратта профилактикаға баҫым яһаласаҡ, — ти министр. — Прививкаларҙың милли календарын киңәйтеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. 2021 йылдан был календаргә гемофиль инфекцияға ҡаршы вакцина индерелә, 2023 йылдан һыу сәсәгенә ҡаршы бушлай вакцина яһай башлаясаҡбыҙ». Ошоларҙы яйға һалыу өсөн илдә сифатлы вакцина етештереү процесына иғтибар йүнәлтелә.
Яңы тыуған сабыйҙарҙа ҡурҡыныс сирҙәрҙе иртә асыҡлау йүнәлешендә ҙур эш башҡарыла. Бындай скрининг 2006 йылдан алып барыла һәм ошо арауыҡта 20 миллиондан ашыу бала тикшерелгән. 1 айлыҡ бәпестәргә медицина тикшереүе үткәргәндә теш табибы һәм бөйөрҙәр УЗИ-һы өҫтәлде.
Мәктәп медицинаһын үҫтереү — мөһим тармаҡ. Вуздарҙа мәктәп медицинаһы буйынса белгестәр әҙерләнәсәк.
Читайте нас: