Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Д. Медведев төбәктәрҙә санавиация өсөн майҙансыҡтар әҙерләү эшен йәһәтләргә ҡушты. «Ашығыс ярҙам» барып етә алмаған төпкөл ауылдар һәм ҡасабалар өсөн медицина авиацияһы ҡайһы осраҡта берҙән-бер ҡотҡарыу сығанағы булып тора. Тик вертолеттар төшөү өсөн урын булмай. «Медицина» милли проекты санавиация майҙансыҡтарын булдырыуҙы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанай.