+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Декабрь 2019, 09:30

Табипҡа сиратһыҙ ғына...

Табипҡа ситтән тороп һәм алдан яҙылыу хеҙмәттәре тормошҡа ашырыла башлағандан бирле дауаханаларҙа оҙон-оҙаҡ сираттар һиҙелерлек кәмене.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының күп һанлы өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе - халыҡты медицина хеҙмәтләндереүҙә сираттарҙы кәметеү, граждандар тарафынан регистратураға, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итмәйенсә генә табипҡа яҙылыу мөмкинлеген киңәйтеү.Табипҡа ситтән тороп һәм алдан яҙылыу хеҙмәттәре тормошҡа ашырыла башлағандан бирле дауаханаларҙа оҙон-оҙаҡ сираттар һиҙелерлек кәмене. Пациенттар билдәле ваҡытҡа дауалау учреждениеһына килә һәм тура табипҡа инә. Был өйҙән торған килеш “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы (gosuslugi.ru) йәки Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берҙәм Контакт-үҙәге (doctor.bashkortostan.ru) һәм дауаханаларҙа урынлаштырылған инфоматтар аша табипҡа яҙылыу юлы менән тормошҡа ашырыла.
2019 йылда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша табипҡа яҙылыу иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған хеҙмәттәрҙең береһе булған. Сервис менән файҙаланыу буйынса ун лидер төбәк исемлегендә Башҡортостан да бар.
Республика халҡы терапевт, педиатр, стоматолог һәм гинекологҡа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт-үҙәге аша яҙыла ала. Берҙәм яҙылыу телефоны - 13-01. Артабан телефонда һәр дауалау учреждениеһына тәғәйен код йыйыла. Асҡар үҙәк район дауаханаһының коды -220. Бөтә операторҙарҙан да шылтыратыу бушлай ҡабул ителә.
Читайте нас: