+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2019, 16:40

“Кәпәстәр” тураһында хәбәр ит тә - аҡса ал

Ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин.

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған ялған спиртлы эсемлектәр менән йәшерен сауҙа итеүгә тағы ла нығыраҡ баҫым яһайбыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлайбыҙ. Етештереүселәр хаҡында мәғлүмәткә — 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәткә – 2000 мең һум. Йәшеренлекте һәм ғәҙел түләүҙе гарантиялайбыҙ», — тип вәғәҙәләне республика етәксеһе.
Ялған араҡы менән һатыу итеүселәргә ҡаршы әүҙем көрәш башланғандан алып республикала 115 ғүмер һаҡлап ҡалыныуын, һигеҙ йәшерен етештереү цехы ябылыуын һәм 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алыныуын да билдәләне Радий Хәбиров.
“Ҡара эш” менән кәсеп итеүселәр хаҡында «Хәүефһеҙ мөхит» порталында (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) хәбәр итергә мөмкин.
Читайте нас: