+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь 2019, 11:30

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

Асҡар үҙәк дауаханаһының терапия бүлексәһендә кислород палатаһының барлығы, һуғыш ветерандарына айырым бүлмә булдырылыуы, үҙ эшен белгән, тәжрибәле медперсонал тупланыуы пациенттарҙың сәләмәтлеге һағында уяу тороуға булышлыҡ итә лә инде.

Асҡар үҙәк дауаханаһының терапия бүлексәһендә кислород палатаһының барлығы, һуғыш ветерандарына айырым бүлмә булдырылыуы, үҙ эшен белгән, тәжрибәле медперсонал тупланыуы пациенттарҙың сәләмәтлеге һағында уяу тороуға булышлыҡ итә лә инде.
Бүлексә мөдире Р. Р. Билалова әйтеүенсә, әлеге ваҡытта иң таралған проблема – йөрәк-ҡан тамырҙары, окнология, шәкәр диабеты сирҙәре. Был ауырыуҙарҙы иртә стадияла дауалау үҙ һөҙөмтәһен биргәнлектән, диспанцеризация программаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки сир иртәрәк асыҡланған һайын, уны еңеп сығыу, унан ҡотолоу еңелерәк.
-Медицина алға бара, үҫешә: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә сирҙе асыҡлауҙа яңы ҡорамалдар барлыҡҡа килә, ғалимдар яңы препараттар уйлап сығара. Әммә барыһы ла табиптан ғына тормай. Кеше үҙ сәләмәтлеге хаҡында оноторға тейеш түгел. Дөрөҫ туҡланырға, күберәк хәрәкәт итергә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, тикшереүҙәрҙе ваҡытында үтергә тейеш. Иң мөһиме – үтер әле тип өмөтләнмәҫкә йәки үҙеңсә дауаланырға ярамай, - ти Розалия Рәфҡәт ҡыҙы. Һуңғы осорҙа ғүмер оҙонлоғо арта барыуы, кешеләрҙең күпләп спортҡа ылығыуы, йәштәрҙең тәмәкене өнәмәүе өсөн ҡыуана һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Шулай уҡ республика медицинаһында ҡулланылған махсус программа (РМИАЦ) индерелеүе медиктарҙың эшен күпкә еңелләштергән. Был программа ярҙамында сирлеләрҙең анализдары, башҡа күрһәткестәре һөҙөмтәләре менән компьютер аша ғына республика дауаханалары табиптарынан консультация алыу мөмкинлеге бар икән. Терапия бүлеге етәксеһе әйтеүенсә, ауырыуҙарға һөҙөмтәле дауалау курсын билдәләү өсөн был айырыуса мөһим. Шулай уҡ маршрутлау программаһы буйынса инфаркт-инсульт кисергәндәрҙе Белоретҡа оҙатып, унда киҫкен хәлдән сығарып, артабан Өфөгә дауалауға ебәреү ҙә халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн Асҡар дауаханаһында пациенттар биргән анализдар элеккесә ҡағыҙҙа түгел, ә компьютерға индерелеүе лә табип өсөн ҡыуаныслы.
(Терапия бүлеге мөдире Р. Р. Билалова тураһында тулыраҡ “Осҡон” гәзитенең 20 декабрь һанында уҡырға була).
Читайте нас: