-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Декабрь 2019, 09:30

Өфөлә хоспис төҙөләсәк урын билдәләнде

Владимир Путиндың "май указдары"на ярашлы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә хоспис төҙөлә.

Баш ҡалала хоспистың төҙөлөү урыны тураһында һүҙ сыҡҡас, йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙы. Тәүҙәрәк дауалау учреждениеһы “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексына ингән урында буласаҡ тип тә хәбәр ителгәйне. Ләкин биҫтә халҡы ҡаршы сыҡты.
Ошо көндәрҙә Өфө хосписының аныҡ урыны билдәләнде, ул "Мега" сауҙа үҙәге артында урынлашасаҡ. Бының өсөн 237 сутый майҙан ер бүлеү хаҡында республика Башлығының ҡарары ҡабул ителде.
Әйткәндәй, республика тарихында беренсе һәм хәҙерге көнгәсә берҙән-бер хоспис беҙҙең районда урынлашҡан. Салауат хосписы 2000 йылдан эшләй. Учреждение 30 койка-урынға иҫәпләнгән, уны төҙөтөүгә күп көс һалған Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, доцент И. Х. Һиҙиәтов исемен йөрөтә.
Читайте нас: