Бөтәһе милли проектҡа федераль бюджеттан 2,5 млрд һум йүнәлтелгән, шул уҡ күләмдә саралар төбәк бюджетынан алынған. Был аҡсаға 21 күсмә ФАП һәм ете күсмә флюорограф һатып алынған; модуль конструкциялары нигеҙендә 28 ФАП һәм бер табип амбулаторияһы төҙөлгән; 4 капиталь ФАП файҙаланыуға тапшырылған һәм тағы ла шундай уҡ 13 объект төҙөлә башланған. Дауаханалар һәм поликлиникалар өсөн алты компьютер томографы, ике магнит-резонанс томографы, ангиограф, маммограф, 12 рентген аппараты, видеоэндоскопик йыһаз һатып алынған. Дүрт амбулатор онкологик ярҙам үҙәге булдырылған. 263 дана медицина йыһазы ҡайтартылған. 18 балалар поликлиникаһына капиталь ремонт эшләнгән.