-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Ғинуар 2020, 12:05

Робот-хирургтар операция яһай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республиканың медицина тармағы һиҙелерлек алға китештәр булды.

Яңы технологиялар, аппараттар, компьюетарҙар табиптарға ярҙамға килде. Дауалау учреждениеларында табиптар һаны артты, онкология, йөрәк-ҡан тамырҙарын сирҙәренән үлем осраҡтары күпкә кәмене. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын автомобилдәр менән тәьмин итеү йәһәтенән Асҡар үҙәк дауаханаһы ла машиналы булды. Хәҙер ауылдар халҡын медицина йәһәтенән ярҙам күрһәтеү өсөн беҙҙең махсус машина бар.
Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлаған медиицина хеҙмәткәрҙәренә премия ла тапшырыла башланы. БДМУ клиникаһы табип-онкологы Илнур Солтанов әәтеүенсә, сирҙе башланғыс стадияла операция яһап, еңеп сығырға мөмкин, клиникала күп операциялар робот Ди Винчи ҡоролмаһында эшләнә. Һәр хирург өсөн робот-хирург ҡорамалында эшләү – оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.
Тәүге звено кадрҙарының квалшификацияһын күтәреү, эш шарттарын яҡшыртыу пациенттарға иғтибарлы ҡарашты арттырырға ярҙам итеренә ышаныс ҙур.
Читайте нас: