-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ғинуар 2020, 10:30

Республикала ул әлегә — берҙән-бер

Өфөнөң 17-се дауаханаһында үҙенсәлекле бүлексә бар. Унда неврологик яҡтан тайпылыштары булған балаларҙы дауалайҙар. Әлегә ул — республикала ошондай йүнәлештәге берҙән-бер учреждение. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бында йылына 1,5 меңдән ашыу баланы дауалайҙар. Неврология тайпылыштарына дусар сабыйҙарҙы бары оло йөрәкле, намыҫлы, уңған белгестәр генә аяҡҡа баҫтыра ала. Шундайҙарҙың береһе, бөтә Рәсәйҙә иң яҡшы шәфҡәт туташы булып танылған Ирина Тюсенкова бында хеҙмәт юлы үтә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларын юғары сифатлы кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса киң ҡоласлы эш йәйелдерелгәндә, ошондай ҙур тәжрибәле белгестәргә таянабыҙ ҙа инде. 35 йыл буйы балалар менән эшләгән Ирина Тюсенковаға күп ата-әсәләр рәхмәтле. Ул, балаларҙы һауыҡтырыуҙан да яҡшы эш юҡ, тип иҫәпләй, хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында һөйләргә яратмай.
Бүлексә стеналарында — картиналар, коридорҙа — Шуберт музыкаһы. Өйҙәге кеүек йәмле, йылы мөхит! Бөгөнгө көндә был бүлексәлә 45 кескәй пациент дауалана.
Юғары технология, тәьҫирле препараттарҙан тыш, бында төп рецепт — мәрхәмәтлелек.
Фото: Башҡортостан радио һәм телетапшырыуҙар компанияһы.
Читайте нас: