+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ғинуар 2020, 18:15

Белоретта төбәк ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәге асылды

14 ғинуарҙа Белорет үҙәк район дауаханаһы базаһында «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Төбәк ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәге эшләй башланы.

14 ғинуарҙа Белорет үҙәк район дауаханаһы базаһында «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Төбәк ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәге эшләй башланы.
Хәҙер республиканың Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары һәм Белорет, Межгорье, Учалы ҡалаларынан килгән пациенттар бында юғары квалификациялы медицина ярҙамын ала башлаясаҡ. Үҙәктә йылына 600-гә яҡын дауалау һәм диагностик процедуралар уҙғарырға планлаштырыла.
Тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкәндәргә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Елена Ғәлимуллина һәм министрлыҡтың штаттан тыш баш белгестәре – кардиолог Ирина Николаева, мейе ҡан әйләнеше боҙолғанда медицина ярҙамын координациялау буйынса Ирина Карамова, рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау буйынса Игорь Бузаев ҡатнашты.
Үҙәкте асҡас та уҡ, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған яңы ангиографик комплекста өс операция яһалды. Беренсе пациентҡа 67 йәш, ул күп йылдар дауамында йөрәктең ишемия сире менән яфаланған. Операциянан һуң уның тормошо еңелерәк буласаҡ.
Белорет табиптарына тәүге операциялар уҙғарыуҙа кардиоүҙәк бүлегенең мөдире Игорь Бузаев, рентгенэндоваскуляр ​ диагностика һәм дауалау буйынса табип Эльфир Мостафин, кардиолог Азат Баһауетдинов ярҙамлашты. Республика кардиоүҙәгенең белгестәре бер нисә көн дауамында практик ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#Нацпроектздравоохранение
Читайте нас: