+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ғинуар 2020, 13:00

Ҡан баҫымы борсоһа...

Ҡан баҫымын яйға һалыу, гипертония ҡурҡынысын кәметеүҙең иң еңел ысулы – йәйәү йөрөү.#национальныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡан баҫымын яйға һалыу, гипертония ҡурҡынысын кәметеүҙең иң еңел ысулы – йәйәү йөрөү.
Бер ай дауамында иртән һәм кис 15-әр минут әкрен генә йөрөп ҡайтығыҙ. Был уртаса бер километр тигән һүҙ. Унан араны – 1,5 километрға, ике аҙнанан 2 километрға арттырырға кәрәк. Өс айҙан 3 – 3,5 километрҙы ла еңел уҙасаҡһығыҙ. Шуныһы мөһим – ашыҡмағыҙ, тигеҙ урындан атлап йөрөгөҙ.
Әйткәндәй, республикала “Һаулыҡ һаҡлау”ҙың ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Ул хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.
Читайте нас: