БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү буйынса билдәләнгән бурыстың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйтергә кәрәк, мәсьәләнең киҫкенлегенең кәмеүе хәҙерҙән үк күҙгә ташлана башлаған. Шулай ҙа республика дауаханаларына педиатрҙар, терапевтар, неврологтар, психиатрҙар, акушер-гинекологтар, хирургтар, “Ашығыс ярҙам” табиптары, анестезиолог-реаниматологтар талап ителә әле. Ауылға эшкә барырға теләүе медиктарға ихтыяж ҙур, уларға торлаҡ бирелә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса былтыр 236 табипҡа торлаҡ бирелгән.