+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ғинуар 2020, 13:12

Ысын табип ине...

Ошо көндәрҙә район халҡы араһында оло абруй яулаған табип Артур Ғарраповтың кинәт кенә фани донъянан китеүенә 40 көн тулды.

Ошо көндәрҙә район халҡы араһында оло абруй яулаған табип Артур Ғарраповтың кинәт кенә фани донъянан китеүенә 40 көн тулды.

Артур районда билдәле һәм хөрмәтле табиптар Нәйлә һәм Фәнил Ғарраповтар ғаиләһендә тыуып үҫте. Таһир Кусимов исемендәге гимназияны тамамлағандан һуң, егет, ата-әсәһе юлын дауам итеп, медицина өлкәһен һайланы. Ҡулына диплом алғас, уҡыу йорто етәкселеге белгескә ҙур өмөттәр бағлап, Өфөлә эшкә ҡалырға тәҡдим итә.Әммә тыуған еренең патриоты булған А. Ғаррапов, Әбйәлиленә ҡайтып, райондаштарына ярҙам итеүҙә күрә үҙенең булмышын һәм төп бурысын.

Шулай итеп, 2012 йылда Асҡар үҙәк дауаханаһында участка терапевты булып эш башлай. Йәш табиптың белемле, һәр кемгә итәғәтле, кешелекле, кеселекле булыуы, кеше хәленә инә белеүе хаҡында изге хәбәрҙәр тиҙ арала халыҡ араһында тарала. Һәм күптәр нәҡ Артур Фәнил улына ҡабул итеүгә эләгергә тырыша. Шуға ла өмөтлө терапевтың эш бүлмәһе янынан көн оҙоно сирлеләр өҙөлмәне.

Кем генә мөрәжәғәт итмәһен, эше ни тиклем тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер кемгә лә «юҡ» тип әйтә белмәне, хәленән килгән тиклем ба-рыһына ла ярҙам итергә тырышты ул. Артур Фәнил улы тәғәйенләгән дауалар пациенттарына килеште, хатта кемдеңдер ғүмерен оҙайтты.

Алдынғы ҡарашлы, заманса фекер йөрөткән йәш белгесте үткән йыл дауахана етәкселеге поликлиника мөдире итеп үрләтте. Етәксе эшкә күскәс тә, сирлеләрҙе ҡабул итергә ваҡыты етмәгәндә лә, Артур Фәнил улы үҙенә генә күҙ төбәп, кәңәш һорап килгән пациенттарын ярҙамһыҙ ҡалдырманы.

Бала саҡтан спорт менән дуҫ егет ғүмеренең ахырынаса йүгереүен ташламаны. Ата-әсәһе менән бергә район дауаханаһының намыҫын яҡлап, республика кимәлендәге ярыштарҙа күп ҡатнашты. Бынан тыш Магнитогорск, Силәбе, Златоуст, Ҡазан кеүек ҡалаларҙа уҙған марафондарҙа йүгереп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

А. Ғаррапов ғаилә ҡорорға ла, ике балаға ғүмер бирергә лә өлгөрҙө. Ғәзиздәре өсөн ҙур терәк, һөйөклө атай була белде.

Талантлы яҡташыбыҙға район халҡы мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә ине бит. Шифалы дауалары, йомшаҡ һүҙҙәре, төплө кәңәштәре менән күпме кешегә киләсәккә өмөт өҫтәне. Әммә һәр кемдең үҙ тәҡдире шул. Яҙмыш ҡушыуы шулай булғандыр инде. Мәрхүмдең ата-әсәһенә, ғаиләһенә, яҡындарына сабырлыҡ бирһен. Артур Фәнил улының яҡты иҫтәлеге унан ярҙам күргән, уны ихтирам иткән әбйәлилдәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Тыныс йоҡла, райондаштарҙың яратҡан табибы, халыҡҡа күрһәткән изгелектәрең онотолмаҫ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА,

«Осҡон» гәзите хәбәрсеһе.


Алсаҡ, кеше йәнле, ярҙамсыл ине Артур. Урамда булһынмы, эш урынындамы — бер ваҡытта ла туҡтап хәлебеҙҙе белешмәйенсә китмәне. Ҡыҙым сирләп киткәс тә, уның кәңәштәрен, ярҙамын күп күрҙек. Иртән тороп һыйыр һауып сығыуыма, ул инде әллә күпме саҡрым йүгереп, йылмайып ҡайтып килер ине.

Нәсибә ШАКИРЙӘНОВА,

мәрхүмдең күршеһе.


Артур Фәнил улы эшкә килгән тәүге көнөнән үк ауырыуҙарға ғына түгел, беҙгә, шәфҡәт туташтарына ла берҙәй йомшаҡ һүҙле, итәғәтле булыуы менән күңелгә ятты. Ҡасан ғына, ниндәй генә мәсьәлә менән мөрәжәғәт итһәң дә, бар ихласлығын һалып ярҙам итер ине. Артурҙың бер ваҡытта ла ла «юҡ» йәки «эшләй алмайым» тигәнен ишеткәнем булманы, сөнки ул сит кеше проблемаһына битараф ҡалманы. Ул шул тиклем белемле, аҡыллы егет — төрлө темаларға һөйләшергә, фекер алышырға мөмкин ине уның менән.

Резеда ҒӘЛИНА,

шәфҡәт туташы.


Спорт өлкәһен йыш яҡтыртҡан хәбәрсе булараҡ, Артур менән дә ярышта — Еңеү көнөнә арналған марафонда таныштыҡ. Йүгереү менән етди шөғөлләнгән ата-әсәһе өлгөһөндә ул да ошо спорт төрөн үҙ итте. Медуниверситет студенты ине әле ул мәлдә. Артабан районға эшкә ҡайтҡас, аралашыуыбыҙ дауам итте. Шундай алсаҡ, яғымлы, ихлас кеше булды ул, кешене йәшенә, вазифаһына ҡарап айырманы — бөтәһенә бер тиң ҡарап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды, һәр пациентын йөҙөнән танып ҡына ҡалманы, исемләп хәтерләр, тын алышынан уҡ нимә борсоғанын аңлап торор ине һәм иң тейешле дауаны тәғәйенләй белде — уны ысын табип иткән сифаттар бына ошолар. Бигерәк иртә, аңһыҙ, ҡапыл булды уның үлеме, ышанырлыҡ түгел. Хәҙер ҙә поликлиника буйлап мөһабәт кәүҙәле, үткер ҡарашлы, алсаҡ, аҡ халатлы егет, оло йөрәкле табип үтеп барыр, туҡтап, хәлеңде белешер, үҙенең хәбәрен теҙер кеүек...

Резеда ХӘСӘНОВА,

«Осҡон» гәзитен баҫыуға әҙерләү буйынса белгес.


Читайте нас: