+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ғинуар 2020, 10:48

“Ғүмер бүләк ит”

Тыуымды арттырыу маҡсатында Башҡортостанда тыуымды арттырыу һәм аборттар һанын кәметеү буйынса “Ғүмер бүләк ит” тип аталған программа бойомға ашырыла.

Тыуымды арттырыу маҡсатында Башҡортостанда тыуымды арттырыу һәм аборттар һанын кәметеү буйынса “Ғүмер бүләк ит” тип аталған программа бойомға ашырыла.
“Ҡатындарҙың 75 процентына аборт тураһында ҡарар ҡабул итергә эске күңел кисерештәре мәжбүр итә. Тик ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына тормош хәле сабый тыуыу менән бәйле киҫкенгә әйләнә. Тап ошондай мәлдәрҙә квалификациялы белгестең ярҙамы мотлаҡ кәрәк”, – тиелә был проект программаһында.
Йыл һайын ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 5-шәр миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо аҡса шулай уҡ табип-гинекологтарға премия булараҡ бүленәсәк. Ҡатынды аборттан баш тарттырта алған һәр осраҡ өсөн табип-гинекологҡа 5 мең һум аҡса түләнәсәк.
Документта яҙылыуынса, шулай уҡ яҡшы эш өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында ойоштороласаҡ медицина-социаль ярҙам кабинеттарын матди-техник яҡтан тулыландырырға тура киләсәк. Программаны тормошҡа ашырыу осоронда матди-техник базаны нығытыу өсөн дөйөм сығымдар фонды 8 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуны ла әйтеп үтеү ҡыҙыҡлы булыр:Силәбе өлкәһендә ауырлы ҡатындарҙы транспортта бушлай йөрөтөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Читайте нас: