+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2020, 10:40

“Ҡыҙыу линия” ярҙамға килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2011 йылдан эшләп килгән 8-800-200-0-200 “ҡыҙыу линия”һына махсус бүлек индерелде.#национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2011 йылдан эшләп килгән 8-800-200-0-200 “ҡыҙыу линия”һына махсус бүлек индерелде. Маҡсаты – диспансерлаштырыу мәсьәләһендә халыҡҡа ярҙам итеү.
Быйыл уның пилот режимындағы эше уңышлы үтте. 15 ғинуарҙан илдең төрлө төбәгендә йәшәгән һәр кем тәүлек әйләнәһенә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүе үтеү тәртибе буйынса бушлай консультация ала. “Ҡыҙыу линия” операторы уны ҡайҙа, нисек үтеү тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, һеҙҙе квалификациялы белгескә йүнәлтеүе лә мөмкин. ”Ҡыҙыу линия” страховкаланған граждандарҙы медицина ярҙамының бөтә этаптарында ла мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәнә һеҙҙең иҫегеҙгә төшөрә: Мотлаҡ медицина страховкаһына ярашлы күрһәтелгән бушлай медицина ярҙамы буйынса һорауҙар менән һәр кем страховка ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: