Нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын, ВИЧ сирлеләр йылдан-йыл күбәйә. Быуат афәте беҙҙең районды ла ялмай бара. Әле йылдың тәүге айы тамамланмаған, ошо осорҙа ғына вирус 4 кешелә асыҡланған, бер кеше вафат булған...
Күпселек иммун дефициты вирусын енси юл аша йоҡтора. Юҡҡа ғына уны аҙғынлыҡ сире тип тә нарыҡламайҙар. Унан һаҡланыу һәр кемдең шәхси әҙәбенә, енси партнерҙарҙың тоғролоғона ныҡ бәйле. ВИЧ эпидемияһы тураһында, уның таралыу юлдары хаҡында хәбәрҙар булыу ҙа аңлы кешеләрҙе бер ни тиклем уға ҡаршы «ҡоралландыра». — Йыл башына, дөрөҫөрәге ғинуар уртаһына, ВИЧ-инфекцияһы буйынса районда картина ошолай: диспансер иҫәптә 183 кеше — 98 ир-ат, 85 ҡатын-ҡыҙ һәм 5 бала тора. Уларҙың иң олоһона — 80, иң кесеһенә 2 йәш. Әлеге ваҡытта 123 кеше антиретровирус терапияһы үтә, — ти баш табип урынбаҫары, табип-инфекционист Гөлфиә Хәлилова.
2019 йылда район буйынса 8713 кеше ВИЧ инфекцияһына тикшерелгән. Уларҙың 65-ендә анализ ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Йыл дауамында 18 кеше вафат булған. Сағыштырыу өсөн 2018 йылғы күрһәткестәрҙе алайыҡ: анализ биреүсе 6333 кешенең 31-ендә инфекция асыҡланған, 17 кеше үлгән. Һандарҙың ҙурайыу яғына үҫеү айырмаһының артыуы хафаландыра, хәүефләндерә.
Яңы асыҡланғандар араһында иң күп осраҡтар 31–40 һәм 51–60 йәшлектәр өлөшөнә (18-шәр осраҡ) тура килә. Алтмышты үткәндәрҙән иммун системаһын зарарлаусы сир 10 кешелә асыҡланған. Йәштәр араһында 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр буйынса — 7 осраҡ теркәлгән. Өс балаға ВИЧ диагнозы ҡуйылған.
Диспансер күҙәтеү аҫтындағыларға бушлай ҡиммәтле дауалау курсы тәғәйенләнә. ВИЧ-ты тулыһынса дауалап булмаһа ла, антиретровирус терапияһы үтеү, махсус дарыу препараттары ҡабул итеү вирус көсөргәнешен күпкә кәметә, сирленең ғүмерен оҙайта. Ләкин пациенттарҙың күпселеге — эскеселәр, бәйһеҙ тормош алып барыусылар дауаханаға килеүҙе мотлаҡ тип тапмай, кәйеф-сафа ҡороуҙарын дауам итә, ошо рәүешле сирҙе әүҙем таратыусы булып йөрөй. Инфекция кабинеты хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, әлеге ваҡытта 50-ләп кеше генә үҙ ирке менән намыҫлы дауалана.
Антиретровирус терапияһы инфекцияны әсәнән балаға күсеү осраҡтарын да кәметә. Былтыр сирле өс ҡатын-ҡыҙ, медиктарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәп, һау-сәләмәт сабый тыуҙырған. Ағымдағы йылда ошондай диагноз менән бер ҡатын әсә булырға йыйына.
Район буйынса вирус менән зарарланыусыларҙың иң күбе Асҡар ауылына тура килә — 34 кеше. Шулай уҡ ҙур ауылдарҙан — Красная Башкириянан 10, Михайловканан 9, Сиҙәмдән 7, Ташбулаттан һәм Дәүләттән 6-шар, Ишҡолдан һәм Йәнгелдән 5-әр, Амангилде һәм Буранғолдан 4-әр, Байымдан, Гусевтан һәм Хәлилдән 2-шәр кеше диспансер иҫәптә тора. Кешелекте һәләкәткә илтеүсе сир бәләкәй ауылдарҙа тарала: Йәлембәттә — 9, Мәхмүттә, Тупаҡта — 6, Таштуйҙа, Ҡаҙмашта — 5, Юлдашта, Покровкала – 4, Нияҙғол, Тәпән, Ишбулды, Озерный, Дауыт, Әбйәлил ауылдарында — 3, Әбделмәмбәт, Әлмөхәмәт, Геологоразведка, Күсем руднигы, Һамар, Таштимер һәм Үтәгәндә — 2 кеше. Атауҙы, Айыуһаҙы, Бикҡол, Ҡужан, Ҡушый, Мәйгәште, Первомай, Рауил, Рәхмәт, Рысҡужа, Туйыш, Яҡтыгүл, Яңауыл, Хәмит, Ҡырҙас, Шәрип ауылдарында ВИЧ сирлеләрҙең берешәр осрағы теркәлгән.
Иммун дефициты вирусының өс таралыу юлы бар — сирле менән енси бәйләнеш (күпселектә!), инфекциялы шприц йәки татуировка эшләү ҡоралдары менән ҡулланыу, парентераль юл — ҡан аша йоҡтороу (әсәнән балаға). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аңлы рәүештә үҙенең ВИЧ статусын белергә теләүселәр һаны бик әҙ. Тикшерелеү үтеүселәрҙе нигеҙҙә башҡа сирҙәр менән дауахананың стационар бүлексәләренә эләккәндәр, йөклөлөк буйынса иҫәпкә торорға килгән ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Уларҙан мотлаҡ рәүештә ВИЧ-ҡа алынған ҡан анализы буйынса бәғзе берәүҙәренең сирле булыуы мәғлүм була. Хәүеф төркөмөнә ҡараған — дерматовенерологта, наркологта иҫәптә торған пациенттар ҙа ВИЧ-ҡа анализ бирә. Диспансеризация ваҡытында ла асыҡланған осраҡтар бар. Артабан ул кешенең ғаиләле булһа, тормош юлдашы, хатта балалары, башҡа енси партнерҙары дауаханаға саҡырыла.
Үҙенең ВИЧ статусын белергә теләүселәргә дауахананың инфекция кабинетынан йүнәлтмә алырға кәрәк. Шикләнеүселәр аноним рәүештә лә анализ бирә ала. Ул бушлай эшләнә. ВИЧ-ҡа алынған ҡан Белореттағы лабораторияла тикшерелә һәм 10 көндән әҙер була.