“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл 72 модулле ФАП һатып алынасаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Уларҙан 57 ФАП федераль, 15-е республика бюджеттарынан бүленгән сараларға алынасаҡ. Шулай уҡ 2019 йылда “Республиканың адреслы инвестициялар программаһы” иҫәбенә төҙөлә башлаған фельдшер-акушер пункттарын сафҡа индереү зарур, тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәйева.
Республикала йәмғеһе 300-гә яҡын авария хәлендәге фельдшер-акушер пункттары яңыртыуға мохтаж. Бер ФАП-тың хаҡы 3-тән 5 миллионға тиклем.
Бөтә ФАП-тарҙың да фельдшерҙар менән тәьмин ителеүе иң мөһиме, тип билдәләне төбәк Башлығы Радий Хәбиров.