+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар 2020, 11:18

В. Путин коронавирус таралыуын иҫкәртеү өсөн барыһын да эшләргә ҡушты

Ил президенты Владимир Путин Рәсәйҙә коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. #ВладимирПутин

Ил президенты Владимир Путин Рәсәйҙә коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова Президент алдында илдәге был хәл торош буйынса доклад тотто.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ҡытайҙа 5974 кеше был вирус менән зарарланған, 132 кеше үлгән.
«Донъялағы бөтә илдәрҙә, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә, йыл һайын киҙеүҙән һәм пневмониянан кешеләрҙе юғалта. Шуға күрә яңы вирустың беҙҙә таралыуына юл ҡуймау, юғалтыуҙар булдырмау өсөн барыһында эшләргә кәрәк» - тип белдерҙе В.Путин.
Читайте нас: