+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль 2020, 10:30

Кескәйҙәр һаулығын улар хәстәрләй

Бер юлы 700 баланы ҡабул итеү мөмкинлеге булған, республикала иң эре күп профилле медицина үҙәге үткән йылға йомғаҡ яһаны. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был дауахана кескәй пациенттар өсөн. Бер юлы 700 баланы ҡабул итеү мөмкинлеге булған, республикала иң эре күп профилле медицина үҙәге үткән йылға йомғаҡ яһаны. Уның эшендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика балалар клиник дауаханаһы юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, педиатрия хеҙмәтенең ойоштороу-методик үҙәге булыу йәһәтенән тармаҡта мөһим урын биләй. Йыл һайын ошо дауаханала 150 меңдән ашыу балаға медицина ярҙамы күрһәтелә, республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә дауаланырға килә кескәйҙәр.
Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин клиниканың үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Былтыр тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационарҙа 17 меңгә яҡын пациент ҡабул ителгән. Өҫтәүенә табиптарға райондарға сығып, 1246 балаға ярҙам күрһәтергә тура килгән, алты меңдән ашыу операция яһалған. Юғары кимәлде тотоу өсөн клиниканы кадрҙар менән тулыландырыу, фән һәм практиканы бәйләп алып барыу, ғилми саралар үткәреү мөһимлеген дауахана коллективы яҡшы аңлай. Яулайһы үрҙәр алда әле, тип өмөтләнә табиптар. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә министр ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алыу ҙа күңелле булды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Читайте нас: