+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2020, 11:48

«Йәшәйәсәкбеҙ!»

Бөгөн — Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көнөнә ҡарата Кремль һарайында «Йәшәйәсәкбеҙ!» премияһын тапшырыу тантанаһында И. Х. Һиҙиәтов исемендәге хоспис та юғары наградаға лайыҡ булды.

РФ Президенты хакимиәте ярҙамы менән йыл һайын ойошторолған ҙур сарала премияны медицина өлкәһендә эшләгән күренекле профессорҙар, академиктар, билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар, тележурналистар тапшырҙы. Премияға яман шеш сире буйынса ғилми эштәр, фәнни-ғәмәли өйрәнеүҙәр башҡарған ғалимдар, ракка ҡаршы көрәштә еңеп сыҡҡан табиптар, хирургтар, химиотерапевтар һәм башҡалар лайыҡ булды. Рәсәйҙәге беренсе ауыл хосписы булараҡ билдәлелек яулаған районыбыҙҙың И. Х. Һиҙиәтов исемендәге хосписы иһә көндәлек хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн «Паллиатив хеҙмәт» номинацияһында «Һаумы!» онкология сирле пациенттар ассоциацияһы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының премияһы менән билдәләнде. Хосписты етәкләүсе табип, үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлексәһе мөдире Х. Х. Ғәйфуллина награданы ассоциацияның президенты Ирина Боровова ҡулынан алды. Бынан тыш, ассоциацияның башҡарма директоры, яҡташыбыҙ Әнүзә Мырҙабаева Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар ойошмаһынан хосписҡа душ кабинаһы алыуға аҡсалата ярҙам тапшырҙы.

— Әһәмиәтле саранан иҫ киткес тәьҫораттар алып ҡайттым. Еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙең юғары баһаланыуы өсөн шатмын. Премияның исемендә генә лә күпме ауырыуҙар өмөтө сағыла һәм ул табиптар иңенә лә ҙур яуаплылыҡ һала. Тантанала ҡатнашыусыларҙың уғата күплеге илебеҙҙә яман шеш сиренә ҡаршы көрәшеүселәр сафының ҡеүәтле булыуын дәлилләне, был аяуһыҙ, ҡурҡыныс ауырыуҙың медицинабыҙ алдында кире сигенеренә ышандырҙы. Әйткәндәй, сикһеҙ йәшәү теләге менән сирҙе еңеп сыҡҡан көслө ихтыярлы кешеләрҙең сәхнәгә сығыуының тәьҫире бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Һөт биҙҙәре яман шешенә дусар булған гүзәл заттарҙың күкрәктәрен алдырғандан һуң да модель булып хеҙмәт итеүҙәре тормошто ни тиклем яратыуҙары хаҡында һөйләй. Шуныһы икеләтә ҡыуаныслы: награда хоспис өсөн иҫтәлекле көндә тапшырылды. Теүәл 19 йыл элек 1 февралдә Ишмырҙа Хәйрнур улы етәкселеге аҫтында ул беренсе пациенттарын ҡабул итә. Ә дауалау учреждениеһы булараҡ саҡ ҡына алдараҡ – 2000 йылдың 28 декабрендә эш башлай. Шуға күрә ағымдағы йыл беҙҙең өсөн юбилей йылы ла. Ике яғымда ике фәрештә булып оҙатып йөрөгән терәк төркөмөмә рәхмәтлемен. Тәүгеһе — атайым, эшемдә хужалыҡ мәсьәләләрен ойоштороусы беренсе ярҙамсым, даими бағымсым, фермер Хәлфәт Тимербай улы Ниғәмәтйәнов. Икенсеһе — Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ, табип, И. Х. Һиҙиәтовтың яҡын туғаны Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы Йәнбирҙина – Солтанова, — тине Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: