-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2020, 18:40

Яман шештән һаҡланығыҙ!

Бөгөн -Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө. Был мәкерле сир хаҡында нимәләр белергә кәрәк? Унан нисек һаҡланырға? Ошо турала Булат ауылы халҡына райондың социаль бүлек етәксеһе Даян Солтанғужин һөйләне.

Уҙған йылда Булат халҡы «Сәләмәт ауыл» район конкурсында Гран-при яулағайны. Еңеүсе ауыл быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Бында йәшәүселәр, ихлас, әүҙем, иң мөһиме дәррәү айыҡ, сәләмәт йәшәүгә ынтылыш алды.
Бәләкәй генә Булат ауылы һуңғы мәлдә айырыуса гөрләп тора. Әйткәндәй, яңы йылдың тәүге көндәренән үк булаттар күмәкләп саф һауала ҡышҡы уйындар үткәрҙе, күрше-тирә ауылдарҙы үҙҙәренә ярышҡа саҡырҙы, үҙҙәре эшләгән боҙ тауында балалар өсөн уйындар ойошторҙо, клубта шахмат буйынса турнир, күңелле кисәләр уҙғарҙы. «Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңгән өсөн бирелгән аҡсалата бүләккә спорт уйындары өсөн кәрәк-яраҡ алырға ла өлгөрҙө. Хәҙер клубта бына тигән бильярд өҫтәле, балалар өсөн төрлө уйындар бар.
Ошо көндәрҙә Булат халҡы һаулығын «Сәләмәтлек поезы» килеп тикшерҙе. Улар артынса ғына район хакимиәтенең социаль бүлеге етәксеһе Даян Солтанғужин яман шеш тураһында лекция уҡыны. Быға тиклем алты йыл онколог булып эшләгән Даян Баязит улы был ҡаты сиргә дусар булмаҫ өсөн иҫкәртеү саралары һәм ауырыуҙы иртәрәк асыҡлау мөһимлеге хаҡында ентекләп аңлатты.
— Онкология — ул заман афәте. Яман ауырыуҙан үлем күрһәткесе төп урынға сыҡты. Олоғая килә организмдың үҙен һаҡлау көстәре кәмей, шунлыҡтан яман шеш хәүефе лә арта, — тине Даян Баязит улы. — Был сиргә ҡаршы торорлоҡ аныҡ ҡына сара юҡ. Шулай ҙа тәмәке тартмау, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмау, дөрөҫ туҡланыу, хроник сирҙәргә юл ҡуймау хәүефте кәметә. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булып, даими рәүештә тикшерелеп тороу мөһим. Был яман шеште иртә асыҡлауҙа төп ысул. Медицина алға бара һәм яман шештең күпселек төрҙәре иртә стадияла асыҡланған осраҡта дауалана.
Д. Солтанғужин яман шештең һәр төрөнә туҡталып, уның нилектән килеп сығыуына аңлатма бирҙе.
— Тәмәке тартыу үпкә, ирен, тамаҡ шешенә килтерә. 40 йыл тартҡан кеше яман шешкә дусар булыуы ғалимдар тарафынан иҫбат ителгән. Бронхит ауырыуын ваҡытында дауаламау ҙа был сиргә килтерә. Йотҡолоҡ, аш һеңдереү органдарына ҡайнар ризыҡ насар тәьҫир итә. Элек-электән башҡорттар эҫе аш, сәй ярата, бының зарары ҙур. Ашҡаҙан яман шеше лә ҡайнар ризыҡ, гастрит арҡаһында була. Тире рагы нигеҙҙә оло кешеләрҙә осрай. Берәй миң урыны ҡыҙарып, ҡысытып торһа йәки бәләкәй генә шешек сыҡһа ла мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Уны аҙмаҫ борон ҡырҡтырып ҡалырға кәрәк, тип белдерҙе Даян Баязит улы. — Һөт биҙҙәре яман шеше күберәк һуңғы стадияларҙа асыҡлана. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға, ике йылға бер тапҡыр маммография, узи үтеп торорға кәрәк.
Иң мөһиме, яман шеште иртә асыҡлау. Ә бының өсөн даими рәүештә тикшерелеп торорға кәрәк. Мал, бесән, картуф, донъя тип үҙ һаулығыңды артҡы урынға ҡуйыу дөрөҫ түгел. Бигерәк тә, температура төшмәй, хәлһеҙлек, тиҙ арыу кеүек билдәләр булғанда тиҙ арала табипҡа күренергә кәрәк. Үтер әле тип йөрөү ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал. Әлбиттә, үҙеңде тулыһынса был сирҙән аралау мөмкин түгел. Шулай ҙа, кире күренештәрҙән баш тартыу, спорт, айыҡ тормош яҡлы булыу, ваҡытында ял итеү яман шешкә тарыу ихтималлығын кәметәсәк.
Ауыл халҡы үҙен ҡыҙыҡыһындырған һорауҙарға яуаптар алды, невролог, кардиолог, эндокринолог, лор, окулист кеүек белгестәр күсмә ҡабул итеү ойошторһон ине тигән теләк еткерҙе. Булат ауылы старостаһы Сәғит Нафиҡов халыҡ исеменән фәһемле, кәрәкле сығышы өсөн Даян Солтанғужинға рәхмәт еткерҙе.
Артабан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов менән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева «Айыҡ ауыл» республика конкурсына әҙерлек, ауыл тормошо хаҡында видео-презентация яһау хаҡында һөйләште.
— Район конкурсында булаттар лайыҡлы еңде, улар үҙҙәренең берҙәмлектәре, дәррәүлектәре менән әсир итте. Бында шәп ғаиләләр, ауыл яҙмышына битараф булмаған ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй, — тине Линиза Камил ҡыҙы. — Республика бәйгеһендә һеҙ Әбйәлил намыҫын яҡлай алырһығыҙ, үҙегеҙҙең айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы булыуығыҙҙы күрһәтә алырһығыҙ тип ышанабыҙ.
Читайте нас: