+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Февраль 2020, 17:28

«Һаулыҡ автобусы» килде

Булатҡа ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы Белорет «Һаулыҡ үҙәге» медицина хеҙмәткәрҙәре һәм «Һаулыҡ формулаһы» волонтерҙар хәрәкәте ағзалары килде.

Булатҡа ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы Белорет «Һаулыҡ үҙәге» медицина хеҙмәткәрҙәре һәм «Һаулыҡ формулаһы» волонтерҙар хәрәкәте ағзалары килде. Юғары квалификациялы терапевт В. Ф. Кулаков өлкәндәр һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың һаулығын тикшерҙе. Теләге булғандар «Һаулыҡ автобусы»нда ЭКГ аппараты, тонометр, глюкометр, спирометрия кеүек аппараттар ярҙамында сәләмәтлеге торошон белә алды.

«Беҙ студенттар менән бергә беренсе ярҙам күрһәтеү алымдары менән халыҡты таныштырмаҡсыбыҙ. Сөнки инфаркт, инсульт була ҡалһа йәки башҡа ауыр сирҙәр сәбәпле, кешене ҡотҡарыу өсөн һәр кем тәүге ярҙам күрһәтә белергә тейеш», — тине Белорет медицина колледжының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары һәм волонтерҙар етәксеһе Л. В. Квасина. Дүртенсе курс студенттарынан торған «Һаулыҡ формулаһы» волонтерҙар хәрәкәте һәм Белорет медицина колледжының директор урынбаҫары Д. И. Исламова «Йөрәк — беҙҙең бәләкәй хужа» тигән уйын формаһында лекция үткәрҙе, әүҙем ҡатнашыусылар бүләктәр алды.

«Ун һигеҙ йыл фельдшер булып эшләйем. Табиптар килеүгә инәй-апалар ҡыуанды, сөнки район дауаханаһына барыуы ауылға автобус йөрөмәгәс оло йәштәгеләр өсөн анһат түгел. Күптәр үҙҙәренең һаулығын тикшереп ҡалды», — тине Вәсилә Итикәева.

Вячеслав Федорович «Һаулыҡ автобусы»ның райондың башҡа ауылдарына ла барасағын әйтте.

Люциә ОМОРҘАҠОВА.


Читайте нас: