Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Сәләмәтлек" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда лаборатор хеҙмәтте үҙгәртеп ҡороу, берҙәм компентенциялар булдырыу буйынса проект старт алды.
Беренсе компетенциялар үҙәге Өфөнөң 13-cө һанлы дауаханаһында асылды. 2021 йылда стационарҙарҙағы лабораторияларҙы ла этаплап тоташтырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта стационарҙарҙа экспресс-лабораториялар ҡаласаҡ. План буйынса эш йәиһә планлы тикшереүҙәр үҙәкләштерелгән лабораторияларға ҡараясаҡ.
"Дауаланыусы үҙенең анализ һөҙөмтәләрен онлайн күрә аласаҡ. Гаджеттарҙан, электрон почта, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинет аша. Иң мөһиме – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә. Был анализдар юғалмаясаҡ, махсус порталда һаҡланасаҡ", - тип билдәләне БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.