Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2019 йылда халыҡты диспансеризация үткәреү буйынса йомғаҡ яһаны.
Үткән йылда өлкән йәштәге 765 165 кеше диспансеризацияның 1–се этабын үткән. Һаулыҡтарын тикшертеүселәрҙең 78 509-да сир булыуы асыҡланған. Иң күбен ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре тәшкил итә, ундайҙар 21,5 мең осраҡ, икенсе урында эндокрин системаһы ауырыуҙары килә — 15 меңдән ашыу осраҡ, нервы системаһы ауырыуҙары, өсөнсө урында — 6,8 мең осраҡ булған.
18 пациента беренсе тапҡыр туберкулез булыуы асыҡланған, 593 осраҡта яман шеш, 1 496 осраҡта шәкәр диабеты, 12 750 кешенең юғары ҡан баҫымы ауырыуы булыуы, 1 757 осраҡта йөрәк ишемия ауырыуы теркәлгән.