+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Февраль 2020, 10:00

Интернет һәр ауылға киләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә былтыр Башҡортостанда интернет селтәренә 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты тоташтырылған, ағымдағы йылда тағы ла 351 ФАП тоташтырыласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты

Барлыҡ медицина ойошмалары пациенттар менән видеоконференция үткәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә һаулығына хәүеф янаған пациенттарға күсмә телемедицина мониторингы ҡоролмалары беркетеләсәк һәм уларҙың хәле контролдә тотоласаҡ. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерәләр.
Әлеге ваҡытта төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған, унда биш миллионға яҡын электрон медицина картаһы бар. Системала ярты миллиардтан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы теркәлгән, лаборатор тикшереүҙәргә 25 миллион электрон йүнәлтмә бирелгән, 100 миллиондан ашыу медицина һүрәттәре архивлаштырылған. Шулай уҡ, бөгөн системала 10,5 миллион электрон рецепт һәм 5,5 миллион ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырылған.
Ошо тиклем күләмдәге мәғлүмәтте һаҡлауға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты булышлыҡ итә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағына “Һанлы контур” проекты әүҙем индерелә, ул медицина ойошмалары һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһындағы юридик яҡтан мөһим документтарҙың әйләнешен тәьмин итәсәк. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының “Минең сәләмәтлек” бүлегендә лә ҡулланыусыларҙың һанын ете тапҡыр арттырырға планлаштыралар.
Республика “Электрон больничный” проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша, әлеге ваҡытта Рәсәй субъекттары араһында ошондай документ төрөн биреү буйынса алтынсы урында тора.
Шулай уҡ Башҡортостанда социаль йәһәттән мөһим объекттарҙы Интернет селтәренә тоташтырыуҙың икенсе этабы башланды. Был эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Ағымдағы йылда ошо эш 800-гә яҡын социаль объектта тормошҡа ашырылырға тейеш.
Читайте нас: