-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2020, 11:35

«Ауыл фельдшеры» программаһына үҙгәрештәр индерлеүе мөмкин

Рәсәйҙә «Ауыл фельдшеры» программаһы бөтә урта персоналға ла ҡағыласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты

Рәсәйҙә «Ауыл фельдшеры» программаһы бөтә урта персоналға ла ҡағыласаҡ.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Ауыл фельдшеры» программаһын киңәйтеп, уны бөтә урта медицина персоналына ҡағылышлы итеп үҙгәртеү тураһында тәҡдим итте. Был хаҡта министрлыҡтың медицина белеме биреү һәм кадрҙар сәйәсәте департаменты директоры Ирина Купеева хәбәр итте. Программала фельдшерҙар ғына түгел, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашырға тейеш тигән маҡсаттан уға төҙәтеүҙәр индерелә. Төҙәтеүҙәр Рәсәйҙең Финанс һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарына ебәрелгән.
«Ауыл фельдшеры» программаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Документҡа ярашлы, ауыл ерлегенә эшкә урынлашыусы ФАП һәм ашығыс ярҙам фельдшерҙары 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләм алырға хоҡуҡлы. Программа 2018 йылдан ғәмәлгә индерелде.
Читайте нас: