+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2020, 11:00

Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшләйәсәк

Беҙҙең районда стоматология кабинеты 1-се Асҡар урта мәктәбендә асыласаҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты

Март айында Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә стоматотлогия кабинеттары эшләй башларға тейеш.
Республика Башлығы Радий Хәбиров «Сәләмәтлек сәғәте»ндә ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыу буйынса эште тиҙләтергә ҡушты. Бөгөн 61 объекттың 13-дә генә стоматология бүлмәләре уҡыусыларҙы ҡабул итә башлаған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры тағы ла 15 кабинеттың лицензия алыуын, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарауҙа булыуын белдерҙе.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш Башҡортостан Башлығы инициативаһы тарафынан булдырылған «Ҡанатлан!» мәғариф проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Уҡыусылар һаны 800-ҙән артып киткән мәктәптәрҙә ошо проект сиктәрендә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәрҙә белем алыусылар поликлиникаға киләсәк.
Беҙҙең районда стоматология кабинеты 1-се Асҡар урта мәктәбендә асыласаҡ.
Читайте нас: