Донъяла коронавирус тарала барыуын иҙәпкә алып Башҡортостанда 100 мең битлек резервы запасын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Был хаҡта оператив штаб ултырышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.
« Короновирустың төрлө илдәрҙә тарала барыуын иҫәпкә алып, бының тиҙ арала тамамланыуына ышаныс юҡ. Шуға күрә беҙ быға һәр ваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ, шул иҫәптән иҡтисадта кризисҡа ҡаршы саралар ҡабул итеүгә лә. Ҡытай тәжрибәһе быны раҫлай», — тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Шуны ла билдәләр кәрәк, республика территорияһында был ҡурҡыныс сир менән ағыуланыусылар юҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 февралдә беҙҙең районда төҙөлөүсе «Цемикс» заводына Ҡытайҙан 14 эшсе килгәйне. Улар кәрәкле медицина тикшереүҙәре үтеп, обсервация үттеләр. Алынған контроль анализдар күрһәтеүенсә, береһендә лә короновирус табылманы.
Башҡортостан республикаһы Роспотребнадзор ведомствоһы төбәк халҡын яҡын арала Ҡытайға барыуҙы кисектереп торорға саҡыра.