+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Март 2020, 10:05

Сибайҙа һөт ризыҡтары кухняһы асылды

Республика башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡайтанан асыла#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Сибай ҡалаһында һөт таратыу пункты асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн бында һөт фабрикаһы — һөт етештереү кухняһы асылды. Бында хәҙер тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү күҙаллана, йәғни һөт, ҡатыҡ, йогурт сығара башлаясаҡтар. Йылына ул 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә фабрика. Өр-яңынан төҙөлгән бинаға заманса ҡорамалдар ҡуйылған, бында 25 эш урыны булдырылған. Бығаса ҡалаға һөт ризыҡтарын Белореттан ташығандар.
Был эштәр Ил Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: