+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Март 2020, 10:30

Ҡартлыҡ өсөн йәшлек яуаплы

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса ике төбәк проектын башҡарырға тейеш: береһе граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу булһа, икенсеһе - өлкән быуынды социаль яҡлау.#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса ике төбәк проектын башҡарырға тейеш: береһе граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу булһа, икенсеһе - өлкән быуынды социаль яҡлау.
2019 йылда республика биләмәһендә иҫкәртеү йүнәлешендә төрлө саралар үткәрелде, мәҫәлән, “Изге поезд”, “ Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” акциялары, шулай уҡ медицина форумдары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Быйыл әле эшләп килгән Сәләмәтлек үҙәктәре нигеҙендә йәмәғәтселек сәләмәтлеге үҙәктәре булдырыласаҡ, шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау буйынса муниципаль программалар ҡабул ителәсәк. Бөгөн министрлыҡ менән муниципаль берәмектәр араһында 47 килешеү төҙөлгән.
Өҫтәүенә 2024 йылға тиклем урта һәм эре предприятиеларҙа эшселәрҙе сәләмәтләндереү буйынса корпоратив программалар эшләнәсәк. ”Өлкән быуын” проектына ярашлы, республикала 39 гериатрия кабинетында һәм бүлексәләрендә махсус медицина ярҙамы күрһәтелә. Былтыр 3547 пациент һауыҡтырылған. Артабан да был мөһим эш дауам иттереләсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: