+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Март 2020, 10:00

Ҡытай тәжрибәһе беҙҙе йәшәргә өйрәтә

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осрағы әлегә юҡ. Ни өсөн ”әлегә”? Сөнки донъялағы көсөргәнешле хәл беҙҙе лә һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа, әҙерлекле булырға саҡыра.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осрағы әлегә юҡ. Ни өсөн ”әлегә”? Сөнки донъялағы көсөргәнешле хәл беҙҙе лә һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа, әҙерлекле булырға саҡыра.
Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса оператив штаб ултырышын Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, халыҡты төрлө йоғошло сирҙәрҙән аралау, үлем осраҡтарына юл ҡуймау, кеше һанын һаҡлау ҙур бурыстарҙың береһе.
Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, республикала ғинуарҙан алып эпидемияға ҡаршы саралар комплексы ойошторолған. Ҡытайҙан Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡан һәр кем ентекле тикшеренеү үтә, сир осраҡтары асыҡланмаған. Мәскәүҙә бер сирле менән бәйле, сит илдәрҙән килеүсе кешеләрҙең сәләмәтлек торошо тикшерелә, 14 көн дауамында күҙәтеү аҫтында булалар, әгәр хәүефле сир билдәләре күренһә, уларҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатасаҡтар.
-Беҙ табиптарҙы коронавирусты дауаларға өйрәтәбеҙ, дауалау учреждениеларында уҡыуҙар ойошторабыҙ. Бөтә дауаханалар ҙа тейешле ҡорамалдар, препараттар, һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, - тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
-Донъялағы хәлдән сығып, коронавирус ваҡиғаһының тиҙ генә тамамланасағына иҫәп тоторға ярамай,- тип билдәләне Андрей Назаров. - Беҙ, ваҡиғаның нисек барыуына ҡарамаҫтан, әҙерләнергә, иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар ҡабул итергә тейешбеҙ. Ҡытай тәжрибәһе шуны иҫбатлай.
Фото: Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: