+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Март 2020, 10:15

Шифаханаға барғың киләме?

Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уның етәксеһе – республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.
«Башҡортостан шифаханалары – ҡеүәтле һауыҡтырыу учреждениелары комплексы, илдә иң мөһимдәре иҫәбендә һанала. Хәлде тикшергәс, республиканың рекреацион ҡеүәтенә дәүләт идараһын юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ, — тине төбәк Башлығы. — Бында төп проблема: күптәр барырға теләй, ләкин юлламаларҙың ҡиммәтлеге тейешенсә дауаланырға мөмкинлек бирмәй. Юллама хаҡын түләй алмаған кешеләр һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән файҙалана алһын өсөн махсус саралар уйларға кәрәк».
Эш төркөмө юлламалар һатыуҙы һәм хаҡ ҡуйыуҙы контролдә тотоп, аҙна һайын эшләргә тейеш.
Читайте нас: