+3 °С
Болотло
Антитеррор
ВКонтакте
Телеграм
MAX
Беҙҙең турала
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Март 2020, 10:15
Республикала табиптарға яңы статустар бирә башлайҙар
Башҡортостанда табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан табибы», «Башҡортостан фельдшеры» һәм «Башҡортостандың шәфҡәт туташы» тигән яңы статустар бирә башлайҙар, тип хәбәр итте Башинформ агентлығы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте һүҙҙәренә таянып.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан табибы», «Башҡортостан фельдшеры» һәм «Башҡортостандың шәфҡәт туташы» тигән яңы статустар бирә башлайҙар, тип хәбәр итте Башинформ агентлығы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте һүҙҙәренә таянып.
«Был статустар Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың дәүләт медицина ойошмаларында эшләгән иң яҡшы табиптарға һәм белгестәргә бирелә. Статус күкрәккә таға торған махсус билдә һәм таныҡлыҡ менән раҫлана», — тине министр урынбаҫары Ирина Кононова.
Конкурстың беренсе этабы компьютерҙа тест үткәреү рәүешендә була. Икенсе этапта профессиональ эшмәкәрлек, симуляция үҙәктәрендә медицина технологияларын ҡуллана белеү, белгестең һуңғы өс йылдағы эш күрһәткестәре баһалана. Һәр номинацияла еңеүсе Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1424156-v-bashkirii-vracham-nachnut-prisvaivat-novye-statusy/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"