+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Март 2020, 18:27

Максим Забелин: Бөгөнгә республикала раҫланған коронавирус инфекцияһы юҡ

Бөгөнгә Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы юҡ.

Бөгөнгә Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы юҡ.
«2020 йылдың 18 мартына иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата, республикала 48 кеше, коронавирус инфекцияһына шикләнеп, стационарға һалынған, уларҙың һигеҙе – балалар. Тәҡдим ителгән стандарттарға ярашлы, тейешле тикшереү үткәрелә, дауалау алып барыла», — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн иртәнге брифингта.
Министр ҡыҙыу бәйләнеш телефондарын иҫкә төшөрҙө: 286-58-27, 279-91-20. Уҙған тәүлектә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу бәйләнешенә республика халҡынан 606 шылтыратыу булды.
«18 мартҡа 1500-ҙән ашыу кеше коронавирус инфекцияһына тикшерелгән, — тип хәбәр итте Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева. — Башҡортостандың медицина ойошмаларынан 72 кешенең биологик материалы ҡабул ителгән. Бөгөнгә барлыҡ һөҙөмтәләр кире».
Республика башлығы ҡушыуы буйынса, көн һайын иртән һәм кисен брифингтар үткәрелә. Киләһе брифинг киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Читайте нас: