Был проект сиктәрендә уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу булған мәктәптәрҙә тештәрҙе дауалау бүлмәләре асыу билдәләнгәйне. Ә Асҡар мәктәбендә бөгөн 1041 бала белем ала.
Балаларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раянг Фәттәхов, мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов, дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров Килдейәров килде.
Белем усағында был маҡсатҡа тәғәйенләнгән бүлмәлә ремонт эшләнгән, ул ике миллион һумға заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.