+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Март 2020, 11:15

Яман шеште ауыҙлыҡларға

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты онкологияға ҡаршы көрәште төп урынға ҡуя

Рәсәй Хөкүмәте «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яман шеш менән сирләүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын тулыһынса заманса итеп йыһазландырыуҙы маҡсат итте. Яман шеш менән көрәшеүгә бер триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.
Атап әйткәндә, тағы 420 онкологик ярҙам үҙәге төҙөү, 160 диспансерҙы медицина ҡорамалдары менән тулыландырыу күҙаллана. Бынан тыш иммуногистохимия, нурлы дауалау буйынса 18 үҙәк булдырыла. Яман шеште иртә стадияла асыҡларға өйрәнеү өсөн булған белгестәрҙең квалификацияһын арттырып, өҫтәмә курстарҙа уҡытыу ҙа планлаштырыла. Бының өсөн дистанцион белем биреү форматын ҡулланасаҡтар.
Читайте нас: