— Кеше иммунодефициты вирусы донъя масштабындағы сир. ВИЧ сирлеләр булған төбәктә йәшәүселәрҙең 40 проценты туберкулез менән яфалана. ВИЧ һәм туберкулез кешелектең иң яуыз һәм мәкерле ауырыҙары һанала. Иммунодефицит организмды тиҙ хәлһеҙләндереп, унда бер ауырыуҙарға ла ҡаршы көрәшә алмаҫлыҡ сик булдыра. Туберкулез менән ыҙалаусылар ВИЧ эләктереү буйынса тәүге урында килә. Туберкулез һауа аша күсһә, ВИЧ ҡан, енси юл һәм күкрәк һөтө менән тапшырыла.
Туберкулездың тәүге билдәләре булып
Йыш тирләү, биҙгәк тотоу;
Оҙайлы йүткереү (өс аҙнанан күберәк);
Ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре;
Тән ауырлығын юғалтыу (20 килограмға тиклем);
Күкрәк тирәһе ауыртыу һанала.
Сирҙе асыҡлау Манту прививкаһы ҡуйыу, рентген эшләү юлы менән башҡарыла. Артабан профилактик препараттар тәғәйенләнә.
Бөгөнгө көндә районда туберкулез менән сирле 83 кеше иҫәптә тора.