-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Март 2020, 11:15

Аппараттарға ҡытлыҡ юҡ

Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 24 мартта уҙған брифингта.

Республика дауаханаларында үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты 700-гә яҡын. Бынан тыш, ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар.

«Был етәрлек. Шуға күрә бында паникаға урын юҡ, — тип билдәләне министр. — Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостандың резерв фондынан өҫтәмә аҡса бүленде һәм тағы 20-ләгән аппарат һатып алына. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән илдең резерв фондынан Рәсәй төбәктәренә биш меңдән ашыу аппарат һатып алыу өсөн аҡса йүнәлтелде».

Читайте нас: