-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Март 2020, 11:30

Яңы инфекция дауаханаһы төҙөлә

Өфө районы Зубово ауыл советы биләмәһендә республика Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмәһе үтте.

Унда яңы инфекция дауаханаһын төҙөй башлау мәсьәләһе ҡаралды. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров журналистар менән аралашып, Рәсәйҙә һәм республикала ҡабул ителгән сараларға ҡарамаҫтан коронавирус таралыу ҡурҡынысы киҫкен ҡала. Беренсе сиратта, сит илдәрҙән ҡайтыусы кешеләрҙең инфекция сығанағы булып тороуына бәйле, шул арҡала был ауырыу менән сирләүселәрҙең артыуы көтөлә.
«Төбәктә инфекциялылар өсөн койка урындар етмәү сәбәпле, республика Башлығы яңы инфекция дауаханаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул яҡынса 520 урынға иҫәпләнгән, тиҙ арала ҡоролоп төҙөләсәк. Төҙөлөш урыны итеп бөтә инфраструктура селтәрҙәрен тоташтырыу өсөн уңайлы булған майҙансыҡ һайланды », — тип билдәләне Андрей Назаров.
Төҙөлөш барышын республика Хөкүмәте контролендә тотасаҡ. Башҡортостан башлығы дауахананы ярты йыл эсендә төҙөү бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: