-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Март 2020, 17:45

Бөгөнгө брифингта нимә әйтелде?

Халыҡ аҙыҡ-түлек запасы яһап, дарыуҙы күпләп ала башланы...

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта коронавирус инфекцияһы менән республикала әлеге сәғәткә биш кеше ауырыуы, бөтәһе 4389 кеше тикшерелеүе хаҡында әйтте.
Брифингтың төп темаһы - аптекаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡ килеп тыуыуы. Ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу маҡсатында халыҡ вирусҡа ҡаршы һәм иммунитетты күтәреүсе дарыуҙарҙы күпләп ала. Парацетомол, градусник иң үтемлеләр рәтендә. Хатта хаҡтарҙың артыуы ла туҡтатмай. Әйтәйек, быға тиклем 350 һум торған антисептиктар мең һумдан ашҡан. Маскалар ҙа дефицит.
- Ҡурҡыуға бирелеп, ҡытлыҡ тыуҙырмағыҙ. Дарыуҙарҙы күрләп алыу дөрөҫ түгел. Сөнки ябай парацетомолды ла табип тәғәйенләгән осраҡта ғына эсергә кәрәк. Республикала дарыу етерлек, - тип халыҡты тыныс булырға саҡырҙы М. Забелин.
Читайте нас: